7 декабрь, Шаршамбы

09 апрель 2014 йыл, 14:15

Губернаторҙар рейтингында Рөстәм Хәмитов юғары позицияларҙа ҡала

автор: "Башинформ"

Эксперттар төркөмө ярҙамында Константин Костиндың Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды губернаторҙарҙың икенсе интеграл рейтингын әҙерләне, тип хәбәр итә «Известия». Уларҙың эшен баһалағанда социология мәғлүмәттәре, субъекттың иҡтисади күрһәткестәре, федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларының төбәк башлаҡтары эшенә баһаһы һәм эксперт берләшмәһе фекере иҫәпкә алынды. Әҙерләүҙә шулай уҡ «Йәмәғәт фекере» фонды, Дәүләт статистикаһының федераль хеҙмәте һәм Милли мониторинг хеҙмәте ҡатнашты. Беренсе тикшереүҙәге кеүек, губернаторҙарҙы уларҙың күрһәткестәренә ярашлы дүрт төркөмгә бүлделәр: «бик юғары рейтинг», «юғары рейтинг», «уртаса рейтинг», «уртасанан түбәнерәк рейтинг».

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, 72 балл йыйып 27-30 урындарҙы биләп, «юғары рейтинг»-та ҡала, шул уҡ ваҡытта беренсе рейтинг менән сағыштырмаса ул үҙенең позицияларын өс урынға яҡшыртҡан.

темалар: рейтингтар