Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ғинуар-февралдә тыуым 5,1 процентҡа артҡан

Йәмғиәт

Башҡортостанда ғинуар-февралдә 9737 бала тыуған – 2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 5,1 процентҡа күберәк. Тыуым үҫеше республиканың алты ҡалаһында: Өфөлә, Ағиҙелдә, Нефтекамала, Октябрскийҙа, Салауатта һәм Стәрлетамаҡта, шулай уҡ 32 муниципаль районда билдәләнгән.

Үлем кимәле 5,5 процентҡа кәмегән. Ике ай эсендә республикала 8892 кеше үлгән.

Шулай итеп, Башҡортостанда тыуғандар һаны үлгәндәр һанынан, 2013 йылдың ғинуар-февралендәге 1,6 процентҡа ҡаршы, 9,5 процентҡа артҡан.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, тотош Рәсәй Федерацияһында үлем кимәле тыуым иҫәбенән 5,5 процентҡа артығыраҡ. Тәбиғи үҫеш илдең 83 субъекттарының 35-ндә күҙәтелгән.

Волга буйы федераль округында тәбиғи үҫеш, Башҡортостандан тыш, Татарстанда, Удмуртияла, Марий Элда, Сыуаш Республикаһында, Пермь крайында һәм Ырымбур өлкәһендә билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть