Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Йәрминкәлә өфөлөләргә үҙ вакансияларын һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм социаль хеҙмәт ойошмалары тәҡдим итәсәк

Иҡтисад

Өфө мәшғүллек хеҙмәте 10 апрелдә сираттағы вакансиялар йәрминкәһен үткәрә. Был юлы унда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, шулай уҡ социаль хеҙмәттәр күрһәтеү һәм финанс эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе учреждениелар ҡатнашасаҡ.

— Алдағы йәрминкәлә ҡатнашырға әлеге ваҡытта 18 ойошма заявка биргән. Дөйөм алғанда улар 350-ләп буш эш урыны тәҡдим итәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары, йәштәр менән эш итеү буйынса бүлек начальнигы Альбина Сәлимова. — Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – уҡытыусы, табип, шәфҡәт туташы, санитар, финанс консультант, социаль эш буйынса белгес, социаль хеҙмәткәр һәм психолог.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты – Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт ундан алып ун икегә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть