Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып «500 ферма» программаһы ҡатнашыусыһы статусына республиканың һигеҙ хужалығы эйә булды

Иҡтисад

2016 йылға тиклем иҫәпләнгән, «500 ферма» һөтсөлөк малсылығын үҫтереү һәм комплекслы модернизациялау буйынса республика маҡсатлы программаһы ҡатнашыусылары иҫәбенә ошо көндәрҙә тағы ла дүрт хужалыҡ өҫтәлде.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс комиссияһы ултырышының йомғаҡтары буйынса «500 ферма» программаһы ҡатнашыусыһы статусы Балтас районының «Таң» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә һәм «Дильмиев Р.Ш.» шәхси эшҡыуарлыҡҡа, Илеш районының XXII партия съезы исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативына, шулай уҡ Саҡмағош районының «Герой» ауыл хужалығы производство кооперативына бирелде.

Йыл башынан алып «500 ферма» комплекслы программала ҡатнашыу өсөн министрлыҡ менән бөтөһе һигеҙ хужалыҡ һайлап алынған.

«500 ферма» республика программаһы 2012 йылдың яҙында старт алған. Уның төп маҡсаты – малдарҙы ҡарау өсөн тейешле шарттар, шулай уҡ фермаларҙа эшләү өсөн оптималь шарттар булдырыу. Был ваҡыт эсендә Программаның ҡатнашыусыһы статусы 120-нән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһына бирелгән.

«500 ферма» республика программаһын тормошҡа ашырыу менән фермаларға яңы ҡиәфәт бирергә мөмкинлек тыуҙы. Модернизациялау һәм реконструкциялауға күрә һәр һыйырҙан уртаса һауым бындай фермаларҙа уртаса республикаға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә юғарыраҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть