Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡ.С.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре – бөтә Рәсәй фестивале еңеүселәре

Йәмғиәт

Ҡ.С.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тәрбиәләнеүселәре «Рәсәйҙең һәләтле балалары: буяуҙар һәм моңдар донъяһында» бөтә Рәсәй конкурс-фестивалендә бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

БР Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, «Һүрәт, һынлы сәнғәт» номинацияһында конкурс Гран-приһын унынсы синыф уҡыусыһы Алмаз Сакаев яуланы.

«Һүрәт, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт» номинацияларында Айгиз Солтанов, Әлиә Бәҙретдинова һәм Иҙел Талипов (I дәрәжә диплом), Анастасия Трошкина (III дәрәжә диплом) призерҙар булды.

Бынан тыш, һигеҙенсе синыф уҡыусылары Гөлшат Ғәлиева, Дилә Рәхмәтуллина һәм Аделина Ғәҙелшина «Яңы мөғжизәләр көткәндә» бөтә Рәсәй һынлы сәнғәт конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

Ун беренсе синыф уҡыусыһы Розалия Мусина һыҙым (черчение) буйынса уҡыусыларҙың республика конкурсында икенсе урын яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть