3 декабрь, Шәмбе

09 апрель 2014 йыл, 9:32

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2014» исеменә Ишембайҙан Светлана Ермакова лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2014» исеменә Ишембай ҡалаһының 12-се лицейынан биология уҡытыусыһы Светлана Ермакова лайыҡ булды. Шулай уҡ иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының исемдәре аталды. Улар Салауаттың 1-се лицейынан Ирина Саутина һәм финалсылар араһында кешелектең көслө яртыһынан берҙән-бер вәкил Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының урта төп дөйөм белем биреү мәктәбенән Илгиз Фәйзуллин.

Педагогик оҫталыҡтың 24-се республика смотры еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләү тантанаһы шишәмбе, 8 апрелдә, Өфөлә уҙҙы. Иң яҡшы уҡытыусы тип аталырға 117 педагог көрәште, уларҙан 35 кеше финалға сыҡты. Профессионал, талантлы, вайымлы. Һәр кем үҙенең шәхсәнселеге, тупланған уҡытыу методикаһы, уҡыусылар менән аралашыу рәүешенә эйә.

— Мин бөтә конкурста ҡатнашыусыларҙы ҡотлағым килә, сөнки бындай әһәмиәтле, билдәле смотрҙа ҡатнашыу – ул һәр саҡ бик мөһим. «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы ҡатнашыусылар, ойоштороусылар, ата-әсәләр өсөн генә түгел, ә, бөгөн 153 меңдән ашыу кеше эшләгән һәм 800 меңләп белем алған, беҙҙең бөтә мәғариф системаһы өсөн тулҡынландырғыс, — тине БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов. — Конкурс сираттағы тапҡыр республикала тиңәлерҙек кешеләр барлығын, улар эталон була алыуҙарын күрһәтте.

Ведомство башлығы уҡытыусылар йәмғиәтенә һәр көнлөк хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.

Уҡытыусыларҙың фекерләүҙәре буйынса, бындай конкурстар кәрәк.

— Конкурс уҡытыусының шәхси үҫеше өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә, — тип ышана, Өфөнөң 130-сы мәкәтәбендә эшләүсе, финалсыларҙың береһе Лиана Ғәйнетдинова. — Коллегаларым менән үҙ тәжрибәм менән генә уртаҡлашып ҡалманым, ә үҙем дә яңы белем алдым. Был конкурс – ғәйәт ҙур мәктәп, тәү сиратта үҙем өсөн. Быға оҡшаш смотрҙарҙа мотлаҡ ҡатнашырға кәрәк. Иң мөһиме – ҡурҡырға ярамай.

Ҙур жюри рәйесе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин былай тине: «Уҡытыусыларҙы Берҙәм дәүләт имтихандары йомғаҡтары буйынса баһалау ғәҙәткә ингән, әммә конкурс коллегаларыбыҙҙың балаларҙы БДИ-ға әҙерләп өлгөрөүен генә түгел, ә балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын аңлаусы һәм улар өсөн йәшәүсе педагогтарҙы асыҡланы».

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2014» конкурсының абсолют еңеүсеһе Светлана Ермакованың хеҙмәт стажы – 12 йыл. Был конкурс уның өсөн өсөнсө. 1997 йылда биология уҡытыусыһы лауреат була, 2008 йылда финалға сыға.

Был смотрҙы уҙған йылдағылар менән сағыштырып Светлана Ермакова, ойоштороу юғарыраҡ кимәлдә, ә һайлап алыу – сифатлыраҡ, тип билдәләне.

Светлана Ермакова Башҡортостанда тыуған, 24 йыл Беларуссияла йәшәй, унда университетты «инженер-биотехнолог» һөнәре буйынса тамамлай, үҙе уҡытыусы булып китә. Һәм был хаҡта бер ни тиклем йәлләмәй.

Еңеүселәр һәм лауреаттарҙан тыш, номинацияларҙа ла иң яҡшылар билдәләнде, улар: «Йөрәгемде балаларға бирәм», «Мәҙәни мираҫты һәм халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн», «Һөнәргә тоғролоҡ» һәм башҡалар.

Финалсыларға диплом һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Сочиҙа Олимпия чемпионы Семен Елистратов, Сочиҙа Паралимпияла алтын һәм бронза миҙалдарын яулаусы Кирилл Михайлов тапшырҙы.