Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың дәүләт хеҙмәткәрҙәре республиканың Дәүләт Йыйылышы Секретариаты Кубогы өсөн ярыша

Спорт

Республикала дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты Кубогы өсөн Спартакиада дауам итә.

Үткән шәмбе Өфөнөң 44-се мәктәбе спорт залында өҫтәл теннисы буйынса ярыштар уҙҙы. 44-се мәктәп директоры Оскар Латыпов хәбәр итеүенсә, сәләмләү телмәре менән ярышта ҡатнашыусыларға БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Нәүфәл Йәнбухтин һәм республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары, биатлон буйынса Олимпия уйындарында бронза призеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Павел Мөслимов мөрәжәғәт итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Спартакиада-2014-тә Башҡортостан Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, республика Хөкүмәт Аппараты, Өфө хакимиәте командалары ҡатнаша.

Спартакиада-2014 программаһына 10 спорт төрө буйынса ярыштар ингән: боҙ аҫтынан балыҡ тотоу, саңғы ярыштары, пневматик винтовканан атыу, йөҙөү, мини-футбол, шашка, шахмат, өҫтәл теннисы, бильярд спорты, волейбол. Әлеге ваҡытта боҙ аҫтынан балыҡ тотоу, саңғы ярыштары, пневматик винтовканан атыу, йөҙөү һәм мини-футбол буйынса ярыштар уҙған. Биш спорт төрө йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты командаһы лидерлыҡ итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть