9 декабрь, Йома

08 апрель 2014 йыл, 16:47

Рәсәйҙә йәшәү минимумы 7326 һум күләмендә раҫланған

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың дүртенсе кварталы өсөн Рәсәйҙә кеше башына йәшәү минимумы 7326 һум күләмендә раҫланған. Тейешле ҡарарҙы БР Хөкүмәте рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫып сығарған. Өсөнсө кварталда был күрһәткес 7429 һум кимәлендә билдәләнгәйне.

Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн дүртенсе кварталда йәшәү минимумы 7896 һум (өсөнсө кварталда – 8010), пенсионерҙар өсөн – 6023 һум (6097), балалар өсөн – 7021 һум (7105) тәшкил итте.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, йәшәү минимумын билдәләү социаль сәйәсәт һәм программалар әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләү, эш хаҡы, стипендиялар, пособиелар һәм башҡа социаль түләүҙәр кимәленең минималь күләмен, шулай уҡ федераль бюджетты формалаштырыуҙа федераль кимәлдә раҫлауҙы нигеҙләү өсөн тәғәйенләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2013 йылдың дүртенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы 6446 һум тәшкил итте.