Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала территорияларҙы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ старт алды

Йәмғиәт

Территорияларҙы санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ Өфөлә 7 апрелдә старт алды, тип хәбәр итә Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Ул 25 майға тиклем дауам итәсәк, һәр йылдағыса «санитар йомалар» ойоштороласаҡ һәм ике дөйөм республика (12 апрелдә һәм 24 майҙа), ике дөйөм ҡала (19 апрелдә һәм 17 майҙа) өмәһе уҙғарыласаҡ.

Айырыуса иғтибар яр эргәләрен, урман буйҙарын һәм һыу баҫыу зонаһына эләккән территорияларҙы таҙартыуға бүленәсәк. Кәрәкле сифатты тәьмин итеү һәм асфальт һалыу технологияларын үтәү менән юлдарҙың ағымдағы ремонты буйынса эштәр көсәйәсәк. Ҡыуаҡтар һәм ағастар ултырыу, санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтар урынын бөтөрөү планлаштырылған. Төҙөүселәргә төҙөлөш майҙансыҡтарын һәм уларға ҡараған территорияларҙы тәртипкә килтерергә, кәртәләрҙе һәм ҡапҡаларҙы ремонтларға, бөтә төҙөлөш майҙансыҡтарын автомобилдәрҙе йыуыуҙы ойоштороу һәм ҡаты асфальт-бетон япмаһы менән төҙөүҙе тәьмин итергә кәрәк буласаҡ.

Милек формаһына ҡарамай, предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәренә бина фасадтарын һәм уларға ҡараған территорияларҙы төҙөкләндерергә ҡушылды. Билдәләп үтергә кәрәк, айлыҡ үткәреү осоронда Черкассы ҡасабаһында урынлашҡан ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында, предприятие һәм ойошмаларҙың юл биттәрендә район хакимиәттәренең билдәһе менән, сүп-сар бушлай ҡабул ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть