7 декабрь, Шаршамбы

08 апрель 2014 йыл, 15:27

Башҡортостан Хөкүмәте Euromoney форумында инвестиция килешеүҙәре төҙөнө

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Хөкүмәте, шишәмбе Өфөлә барған, Euromoney форумында инвестиция килешеүҙәре төҙөнө. Республика Хөкүмәте яғынан документтарға беренсе вице-премьер Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.

«3-сө этап. Алдан тултырылған шприцтарҙа препараттар етештереүҙе ойоштороу. Тулы етештереү циклы буйынса инфузия иретмәһен әҙерләү өсөн концентрат Мабтера препаратын сығарыуҙы ойоштороу» проектын тормошҡа ашырыу шарттары раҫланды. Производствола 60-лап яңы эш урындары булдырыласаҡ. Ул шприцтарҙа инъекция препараттарына баҙар ихтыяжын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк, тип көтөлә.

«ИНМАН» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү етештереү ҡеүәтен киңәйтеүҙе һәм гидравлик кран-манипуляторҙарҙы етештереүҙе арттырыуҙы күҙаллай. Проектты ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә компания кран-манипуляторҙар сығарыуҙың йыллыҡ күләмен ике тапҡырға арттырырға ниәтләнә. Ул 220 яң эш урындары булдырыуҙы талап итәсәк.

Ике документ та килемгә һалым буйынса ташламалар рәүешендә дәүләт ярҙамын алыуҙы, шулай уҡ төбәк бюджетына күсерелгән милеккә һалым өлөшөнән бушатыуҙы ҡарай.

Бынан тыш, республика Хөкүмәте BBC World News телеканалы менән хеҙмәттәшлек итеү ниәте тураһында белдерҙе. Euromoney форумында телеканалдың Рәсәйҙәге коммерция вәкиллеге менән килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Top Communication GmbH Давоста Бөтә донъя коммуникация форумы сиктәрендә халыҡ-ара коммуникация үҫеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.