5 декабрь, Дүшәмбе

08 апрель 2014 йыл, 14:13

Екатеринбург ике көнгә башҡорт мәҙәниәтенә сумасаҡ

автор: Арина Рәхимҡолова

Екатеринбургта 12-13 апрелдә XII Төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Сара тантана сиктәрендә ике көн барасаҡ. Ойоштороусы – Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, фестивалгә БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов етәкселегендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Риүәйәт» фольклор төркөмөнең килеүе көтөлә.

Икенсе көндө «Башҡорттар — Уралдың төп халҡы» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ. Был тема тиккә генә һайланмаған. Күп быуаттар дауамында киң территорияла етди этник процестар бара. Конференцияла төп иғтибар Уралдың төп халҡы тарихына бүленәсәк. Һуңғы йылдарҙа, башҡорт халҡы тарихының сағыу битен асҡан, ҡыҙыҡлы фундаменталь ғилми эштәр барлығы билдәләнә.

Ойоштороусыларҙың саҡырыуҙары буйынса фестивалдә Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин ҡатнашасаҡ. Форумға Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡортостан Республикаһы, Урал бүлексәләренән, шулай Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән ғалимдар киләсәк.