4 декабрь, Йәкшәмбе

08 апрель 2014 йыл, 12:23

Өфөлә Euromoney Халыҡ-ара инвестиция форумы бара

автор: Розалия Вәлиева, Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Euromoney II Халыҡ-ара инвестиция форумы Өфөлә бара.

Конференция глобаль, федераль һәм төбәк инвестиция мөхитенә һәм Башҡортостан, тотош Рәсәй өсөн көнүҙәк булған мөһим структура мәсьәләләренә арналған. Ҡуйылған маҡсаттар буйынса Euromoney ҡатнашыусылары кәңәштәр әҙерләйәсәк.

— Standard & Poor's халыҡ-ара рейтинг агентлығы баһалауы буйынса, Башҡортостан сығымдар өлкәһендә консерватив республика булараҡ һүрәтләнә, — тине Euromoney Institutional Investor PLC башҡарма директоры Нил Осборн. — Агентлыҡ республикала киләсәктә лә сығымдар өҫтөндә иғтибарлы контроль сәйәсәте алып барыласағына һәм иҡтисади үҫештең дауам итеүенә ышана. Башҡортостан – үҙенең әүҙем иҡтисади сәйәсәте менән билдәле, Рәсәйҙең иң мөһим төбәктәренең береһе, ул инвесторҙар килһен өсөн стимул яһай, бәләкәй һәм урта бизнес үҫешен дәртләндерә, яңы мөмкинлектәр тыуҙыра.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов, Euromoney — республикала тормошҡа ашырырға күҙалланған йәки әле бойомға ашырылған, проекттарҙың потенциаль инвесторҙары алдында презентация өсөн майҙансыҡ, тип билдәләне. Улар иҫәбендә Рөстәм Мәрҙәнов дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡтың бер нисә инфраструктура проектын атаны, миҫалға, федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» трассаһына Өфөнән яңы сығыу юлын һалыу һәм «Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск» автомобиль юлын төҙөү.

темалар: форумдар, euromoney