Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле – 6,1 процент

Иҡтисад

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы иҫәпләнгән, Башҡортостанда дөйөм эшһеҙлек кимәле 6,1 процентҡа тиң. 1 973,4 мең республиканың иҡтисади әүҙем халҡынан 120 мең кеше – эшһеҙ. Уртаса 2013 йылдың декабренә – 2014 йылдың февраленә мәшғүллек мәсьәләләре буйынса халыҡты өйрәнеү мәғлүмәттәре.

Ошо йылдың ғинуарында уртаса эш хаҡы төбәктә 21788 һум тәшкил итте. Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы әлеге ваҡытта 6865 һумға тиң.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 1 апрелгә ҡарата республикала рәсми рәүештә 24,4 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә. Теркәлеүсе эшһеҙлек киләме 1,2 процент тәшкил итте.

Республиканың вакансиялар банкында был ваҡытҡа 39,5 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Шуға ярашлы, көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәрҙең вакансиялар һанына нисбәте, 1 апрелгә төбәктә 0,7 тиң.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть