7 декабрь, Шаршамбы

08 апрель 2014 йыл, 10:47

Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты «Айыҡ Башҡортостан» ойошмаһы инициативаларын хупланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең алкоголде һатыу урынына һәм ваҡытына сикләүҙәр индереү тураһындағы, шулай уҡ урындағы үҙидара органдарына алкоголде һатыу урынын һәм ваҡытын сикләү буйынса өҫтәмә вәкәләттәр биреү тураһындағы инициативаларын Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеты хупланы. Ултырыш ошо көндәрҙә Өфөлә үтте.

Конгресс етәксеһе Заһир Хәкимов әйтеүенсә, алкоголде һатыуҙы сикләү темаһы бик көнүҙәк һәм йәмәғәттең иғтибарын талап итә.

— Бөгөн, тәү сиратта ауыл халҡы хөрмәт иткән, тел, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау мәсьәләһе киҫкен тора, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Заһир Хәкимов. — Эш урындары булдырыуҙан тыш, иң төп темаларҙың береһе алкоголләштереү булып тора, ул ауылдарыбыҙҙы ҡорота.

Ауыл халҡының мәҙәни кимәленә ярҙам итеү буйынса сараларҙың береһе сифатында «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең төбәк закондар сығарыусыларға муниципалитеттарға социаль инфраструктуранан алып алкоголде һатыу нөктәһенә тиклем араны арттырыу вәкәләттәрен биреү буйынса мөрәжәғәтен хупларға тәҡдим ителде.

Конгресс делегаттары шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсын үткәреү инициативаһына ярҙам итергә тәҡдим итте. Был ҡарарҙар башҡарма комитет ултырышының резолюцияһына индерелде.

Төбәктең айырым ауыл биләмәләрендә алкоголде һатыу ҡағиҙәһен БР Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ҡарамағындағы эксперт советы тикшерә. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, айырым ауылдар халҡының урындағы үҙидара органдарына алкоголде һатыуға сикләү вәкәләттәрен биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүҙәр быға сәбәп булып торҙо.

Тәҡдимде өйрәнеү сиктәрендә Башҡортостан парламентарийҙары Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итә. Федераль кимәлдәге коллегалар, тикшерелеүсе мәсьәлә төбәктәрҙәге закондар сығарыусы органдар компетенцияһында, тип белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы, ғәмәлдәге республика закондарына үҙгәрештәр индереп, власть органдарына алкоголде һатыуға сикләү саралары индереү хоҡуғына эйә. Эксперт советы, тема закондар сығарыу кеүек, социаль-иҡтисади яҡҡа ла ҡағыла, тип билдәләне. Дөйөм алғанда эксперт советы ағзалары айырым ауыл биләмәләрендә алкоголь эсемлектәрҙе ваҡлап һатыуға сикләүҙәр ҡуйыуға урындағы үҙидара органдарына хоҡуҡ биреү кәрәклеге тураһында билдәләне.

— Был хоҡуҡ менән улар файҙаланасаҡмы юҡмы – икенсе һорау, — тип билдәләне эксперт советы рәйесе Рәшит Хәйруллин.  — Әммә бындай хоҡуҡ урындағы үҙидара органдарында һәм муниципаль берәмектәрҙә булырға тейеш. Һәм ҡарар социаль, иҡтисади һәм башҡа алкоголь эсемлектәр һатыуҙы сикләү эҙемтәләрен иҫәпкә алыу менән ҡабул ителергә тейеш. Эксперттарҙың фекере ҡануниәтте камиллаштырыу сиктәрендә даими Комитеттың яҡын ваҡыт эсендәге ултырышында тикшереләсәк.