Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Әбйәлил районында башҡорт йырҙары конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәниәт

Әбйәлил районы үҙәгендә БАССР-ҙың атҡаҙанған йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Бибикамал Мәһәҙиеваның тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналған башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың республика зона конкурсы үтте.

Музыкаль ярыш бында беренсе тапҡыр уҙғарылды. Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү.

Асҡар ауылына йыр ярышына Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан 40-тан ашыу башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы йыйылғайны.

16 йәшкә тиклемге категорияла Гран-прины 1-се Асҡар мәктәбе уҡыусыһы Индира Шәһимәрҙәнова яуланы. Өлкән йырсылар араһында иң яҡшыһы тип Баймаҡ районынан Фәттәх Аралбаев танылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть