Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Алтайҙан маралдар Башҡортостан ҡурсаулығында иректә йәшәйәсәк

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында, Алтай крайынан бер йыл элек килтерелгән, бер төркөм маралды иреккә сығарырға әҙерләнәләр. Хайуандарҙы Һарғайа ҡурсаулығының үҙәк усадьбаһында махсус йыһазландырылған майҙансыҡта ҡарайҙар.

Белгестәр фекеренсә, хайуандар үҙ аллы йәшәргә әҙер. Маралдар ҙурайған, ата маралдарҙың мөгөҙө үҫкән, ә инәләре оҙаҡламай тоҡом бирә алырлыҡ. Уларҙы шуның өсөн дә Башҡортостанға алып килгәндәр.

Ҡурсаулыҡтың маҡсаты – Көньяҡ Уралда эре себер боландарының иҫәбен арттырыу. Уңайлы йәшәү мөхитендә Алтай боландарының тығыҙлығы мең гектарға биш-алты башҡа тиклем етеүе ихтимал.

Үткән йыл эсендә, Көньяҡ Уралда маралдарҙы тергеҙеүгә «нигеҙ һалыусыһы» булараҡ, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы маралдарҙың иҫәбен тергеҙеү, яңы боландарҙың кәрәкле биомониторингын алып барыу һәм уларҙы бындағы маралдар көтөүенә индереү буйынса күп маҡсатлы бурысты этаплап атҡара алыуы тураһында раҫланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть