5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2014 йыл, 16:56

Башҡортостанда һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым – 11,2 килограмм

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенең оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер республика буйынса тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса 11,2-шәр килограмм һөт һауып алалар. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ хужалыҡтары һәр һыйырҙан 17 килограмдан ашыу һөт һауып ала, 15 килограмдан күберәк – Ауырғазы, Тәтешле һәм Саҡмағош райондары.

Дөйөм алғанда республика буйынса тулайым һауым 2014 йыл башынан алып 338,4 мең тоннанан артҡан, 145,7 мең тоннаһы һатылған. Уларҙың 153,8 мең тоннанан ашыуын ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары етештергән, 134 мең тоннанан күберәген һатҡан.

Был ике күрһәткес буйынса иң юғары һөҙөмтәләр Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары ауыл хужалығы предприятиеларында, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йыл башынан алып төбәктә халыҡтан һөт һатып алыу 11,7 мең тоннаға тиерлек еткән. Алдынғыларҙа – Илеш һәм Баймаҡ райондары, ике район халҡынан был ваҡыт эсендә, тейешенсә, 955 һәм 818 тонна һөт һатып алынған.