4 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2014 йыл, 16:31

2014 йылда Башҡортостан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә федераль бюджеттан 410 миллион һум аласаҡ

автор: Эльвира Латипова

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, шул иҫәптән фермер хужалыҡтарына ярҙам итеүгә Башҡортостан 2014 йылда федераль бюджеттан 410 миллион һум аласаҡ. «Иҡтисади үҫеш һәм инновацион иҡтисад» дәүләт программаһының «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» өҫтәмә программаһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарының бюджеттары араһында субсидиялар бүлеү тураһындағы бойороғо Рәсәй Хөкүмәтенең сайтында баҫылған.

Был маҡсаттарға төбәктәргә бүленә торған, федераль бюджеттың дөйөм средстволар күләме 18 миллиард һум самаһы тәшкил итте.

Документ РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан әҙерләнгән.