6 декабрь, Шишәмбе

07 апрель 2014 йыл, 16:12

Яҙғы төҙөлөш форумына килеүселәр өсөн Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың баш ҡалаһында асыласаҡ яҙғы төҙөлөш форумы сиктәрендә 8 апрелдә Өфө мәшғүллек хеҙмәте вакансиялар һәм уҡыу эш урындары йәрминкәһен ойоштора.

Төҙөлөш форумы Өфөлә 8-11 апрелдә яңы «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында уҙасаҡ.

— Беҙҙең йәрминкәгә килеүселәрҙе профессиональ ориентация буйынса шәхси консультация, профессиональ әүәҫлекте, ҡыҙыҡһыныуҙарҙы һәм шәхси сифаттарҙы баһалау өсөн компьютер диагностикаһы, шулай уҡ юристың консультацияһы көтә, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры урынбаҫары, йәштәр менән эш итеү буйынса бүлек начальнигы Альбина Сәлимова.

Йәрминкәнең эш ваҡыты – 11 сәғәт 30 минуттан алып 15 сәғәткә тиклем.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.