Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары 31,4 мең тонна самаһы элиталы орлоҡ әҙерләгән

Иҡтисад

Башҡортостан аграрийҙары алдағы яҙғы сәсеүгә элиталы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының орлоҡтарын һатып алыуҙы дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта 31,4 мең тонна самаһы элиталы орлоҡ һатып алынған, йәғни планлаштырылған күләмдең 57 проценты.

Үткән аҙнала хужалыҡтар 2,2 мең тоннанан ашыу элиталы орлоҡ алған. Апрелдең тәүге аҙнаһы эсендә бындай орлоҡтар алыу буйынса үҙ күрһәткестәрен 50 процентҡа Борай районы, 43 процентҡа – Кушнарен, 36 процентҡа – Ҡыйғы, 10 процентҡа Әлшәй районы ауыл хужалығы предприятиелары яҡшыртҡан.

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, республикала хәҙер, алдан планлаштырған күләмдән күберәк элиталы орлоҡ алған, биш район иҫәпләнә. Шулай итеп, Саҡмағош районы хужалыҡтарында 5,9 мең тонна самаһы орлоҡ (412 процент) тупланған, Илештә – 6,2 мең тоннанан ашыу (348 процент), Ауырғазыла – 3 мең (200 процент), Дүртөйлөлә – 1,5 меңдән ашыу (132 процент), Балтаста – 940 тонна (102 процент).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть