7 декабрь, Шаршамбы

07 апрель 2014 йыл, 14:19

Ҡурған башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре Республиканың Почет грамотаһы менән бүләкләнде

автор: Сергей Захаров

Башҡорт халҡының йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә, һаҡлауға өлөш индергәне, уңышлы йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Ҡурған өлкәһенең дүрт вәкиле Башҡортостандың Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Республика башлығы Указы менән Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Зимфира Стукова һәм Камил Хәмзин, Әлмән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марс Солтанов һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы урынбаҫары Нияз Йосопов наградаларға лайыҡ, тип хәбәр ителә БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Белешмә. Әлеге ваҡытта Ҡурған өлкәһе территорияһында 15 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының мәғлүмәттәренә ярашлы, Ҡурған өлкәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өлкә һәм ҡала бүлексәләре, шулай уҡ Әлмән, Сафакүл, Шумиха, Юрғамыш райондары, Щучье ҡалаһы һәм Щучье районы, Целинный ҡалаһы ҡоролтайҙары эшләп килә.