6 декабрь, Шишәмбе

07 апрель 2014 йыл, 12:33

Быйыл мәҙәниәт өлкәһендә Президент грантын 16 проект аласаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Республика комиссияһы 2014 йылдың президент гранттарын ҡараясаҡ. 8 апрелдә БР Мәҙәниәт министрлығында театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм киноматография өлкәһендә иң мөһим ижади проекттарға ярҙам итеүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттарына дәғүә итеүселәрҙең конкурсын уҙғарыу буйынса комиссияның ултырышы уҙасаҡ.

Миллионлы гранттар биреү тәртибендә үҙгәрештәр бар. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат секретары Ләйлә Ишморатова хәбәр итеүенсә, быйыл конкурста ҡатнашыуға 100 заявка бирелгән. Уларҙан 16 проект тормошҡа ашырыу мөмкинлеген аласаҡ. Конкурс ҡатнашыусыларының яңы категорияһы өҫтәлде, комиссия ҡалғандар менән бер рәттән һынлы сәнғәттең иң мөһим проекттарын ҡарай. Хәҙер рәссамдар, скульпторҙар һәм башҡа һынлы сәнғәт вәкилдәре грант конкурсына заявка бирергә хоҡуҡлы. Гранттарҙың суммалары буйынса ла үҙгәрештәр бар. БР ижади коллективтарына конкурс нигеҙендә киләһе гранттар биреләсәк: 2 грант – 15-шәр миллион һум, 5 грант – 10-шар миллион, 2 грант – 5-шәр миллион, 3 грант – 2-шәр миллион, 4 грант – 1-шәр миллион һум.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңы формала концерт һәм театр эшмәкәрлегенең ижади проекттарына ярҙам итеүгә гранттар Президенттың ҡушыуы буйынса 2012 йылда ойошторолдо. Былтыр мәҙәниәт өлкәһендә конкурсҡа бирелгән 45 заявканан 14 ижади проект грантҡа лайыҡ булды.