2 декабрь, Йома

07 апрель 2014 йыл, 12:04

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номерҙы үҙгәртте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 5 апрелдә кәрәҙле телефондан табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номерҙы үҙгәртте. Ведомствола аңлатыуҙарынса, кәрәҙле телефондарҙан табипҡа күренеүгә яҙылыу өсөн 09-383 берҙәм телефонға БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш-үҙәккә күсеүе ғәмәлгә ашырылды. Был номер МТС, Мегафон, Билайндың бөтә операторҙары өсөн эшләйәсәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында аңлатыуҙарына, МТС һәм Билайн өсөн 0710 һәм Мегафон өсөн 0071 номерҙары 5 апрелдән алып эшләмәй.

темалар: һаулыҡ һаҡлау