2 декабрь, Йома

07 апрель 2014 йыл, 11:40

Республика башлығы «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» миҙал булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

автор: Эльмира Сабирова

Республикала отличниктар өсөн үҙ миҙалы барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәй кимәлендә бөтөрөлгән, дөйөм белем биреү мәктәптәренең иң яҡшы сығарылыш уҡыусылары өсөн «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» төбәк миҙалын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Мәғариф министрлығына миҙал тураһында положениеның проектын әҙерләргә һәм БР Хөкүмәтенә раҫлауға тапшырырға ҡушылды. Указды бойомға ашырыу менән бәйле, сығымдарҙы финанслау БР Мәғариф Министрлығы иҫәбенә башҡарыла, тип хәбәр ителә республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар 2013 йылда «Мәғариф тураһында»ғы яңы указды индереү менән бәйле бөтөрөлдө. Аңлатма ябай булды – миҙалдар юғары уҡыу йорттарына ингәндә бер ниндәй ҙә ташламалар бирмәй.