5 декабрь, Дүшәмбе

07 апрель 2014 йыл, 10:44

Ике быуын Домашниковтарҙың ижады Өфө тамашасыларына тәҡдим ителде

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

«Болоттар» заманса сәнғәт үҙәге Өфө тамашасыларына «Домашниковтар. Атаһы һәм улы» сәнғәт  күргәҙмәһен тәҡдим итте. Экспозиция 20-се быуаттың билдәле рәссамы Борис Домашниковтың тыуыуына 90 йыллыҡҡа арналған. Рәссамдың исеме Башҡортостандың һынлы сәнғәт йылъяҙмаһында күптән мөһим урындарҙың береһен биләгән. Уның һуңғы күргәҙмәһе 10 йылдан элегерәк уҙҙы.

Борис Домашниковтың рәсемдәре Рәсәйҙең һәм донъяның эре музейҙарында, шәхси коллекцияларҙа, шул иҫәптән Дәүләт Третьяков галереяһында, Сәнғәт академияһында, Дәүләт Көнсығыш халыҡтарының сәнғәт музейында, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейында урынлашҡан.

Виктор Борисович — күренекле рәссамдың улы, шулай уҡ художестволы ижад юлын һайлаған һәм үҙенең шәхси төшөрөү алымын тапҡан. Уның эштәре шулай уҡ экспозицияла күрһәтелгән.

Ике быуын Домашниковтарҙың эштәре беренсе тапҡыр бергә бындай форматта күрһәтелә. Үҙәктең бөтә күргәҙмә залын биләгән, экспозиция рәссамдарҙың 120 эшенән тора. Домашниковтарҙың эштәрен берләштереү идеяһын сәнғәт белгесе, «Болоттар» Үҙәгенең күргәҙмә эшмәкәрлеге етәксеһе Ирина Зиновьева тәҡдим итә.

— Ул өлкән Домашниковты хәтергә алыу һәм кесе Домашниковтың атаһы алдында үҙенсәлекле ижади отчет биреү булып тора. Күргәҙмә рестроспективалы, оҫталарҙың төрлө ижад дәүерҙәрен үҙ эсенә ала. Борис Федоровичтың эштәренә хис-тойғоға бай лирика хас, уның картиналары бөйөк һәм монументаль, — тип һөйләне Ирина Зиновьева. — Виктор Борисович пейзаждар төшөрә, уның ижади яҙыу рәүеше икенсе, уның эштәренең палитраһы – йомшаҡ, асыҡ, еңел. Викторҙың күп кенә рәсемдәре дингә арналған.

Күргәҙмәне асыу көнөндә Борис Домашников менән таныш булған билдәле рәссамдар Вера Гарбуз, Виктор Иванов, Вәкил Шәйхетдинов, Михаил Кузнецов, БР Рәссамдар союзы ағзалары килгәйне.

«Болоттар»ҙа күрһәтелгән рәсемдәрҙе һатып алырға мөмкин. Коллекцияның иң ҡиммәтле эше – Борис Домашниковтың «Октябрь. Иҫке Өфө». Ул ике миллион ярым һум тора. Күргәҙмә 29 апрелгә тиклем эшләйәсәк.