11 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2014 йыл, 9:40

Башҡортостан халҡы «Үлемһеҙ полк» рәтен тулыландыра

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө ошо көндәрҙә Рәсәйҙә старт алған «Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылды. «Улар һәр ваҡыт еңеү сафында барырға тейеш» девизы аҫтында барған сара Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, теләгән өфөлө һуғышта алышҡан туғанының фотоһы менән транспорант әҙерләп, «Үлемһеҙ полк» колоннаһын формалаштырыуҙа ҡатнаша ала, ул 6 майҙа байрамса тантаналы атлау менән уҙасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡын кешеһе тураһындағы хәтер ҡәҙерле булған һәр кемгә фронтовик туғаны тураһында мәғлүмәт табырға, шулай уҡ ветерандың фотоһы менән штендер эшләргә һәм парадҡа барырға кәрәк.

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» төҙөлөшөн ойоштороу «Мин – Бөйөк ил гражданы» мәғариф-патриотик проекты сиктәрендә уҙа. Был акцияның маҡсаты проекттың бурыстары менән тап килә, ул иһә — Рәсәйҙең һәр ғаиләһендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаты тураһында хәтер һаҡлау, үҙ илең өсөн ғорурлыҡ тойғоларын булдырыу.

Өфөлөләр интернет селтәрендә «Үлемһеҙ полк»ты ойоштороуҙа, акцияның рәсми сайтында әҙерләнгән махсус Өфө битендә Бөйөк Ватан һуғышы һалдатының фотоһын һәм уның тураһында мәғлүмәтте ебәреп, ҡатнаша ала.