Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре «Алтын бутсы» турнирында ярышты

Спорт

Өфөнөң «Динамо» стадионында республиканың балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре араһында «Алтын бутсы» мини-футбол турниры уҙҙы. Унда 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты.

Ярышта Бөрө балалар йортоноң командаһы еңеүсе булып сыҡты. Икенсе урында – Благовещен балалар йорто футболсылары. «Бронза» Өфөнөң 9-сы балалар йортона тейҙе.

Еңеүселәргә миҙалдар, кубоктар һәм «Өфө» футбол клубы уйынсыларының автографтары менән футболкалар тапшырылды.

Шулай уҡ турнирҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан, Чесноковка һәм Охлебинин ҡасабаларынан йәш спортсылар ҡатнашты. Улар бөтәһе лә иҫтәлекле бүләктәр алды.

Байрамды ойоштороусылар – «Байтул Мал» хәйриә фонды, «Урал халыҡ кассаһы» кредит ҡулланыусылар кооперативы һәм БР Футбол һәм мини-футбол федерацияһы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть