Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республика күрше төбәктәр менән туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Иҡтисад

Йома, 4 апрелдә, Екатеринбургта барған «Ҙур Урал-2014» II халыҡ-ара туристик форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы туризм үҫеше өлкәһендә һәм «Ҙур Урал\Great Ural» туристик брендты күмәкләп алға этәреүҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Республиканан документҡа БР Туризм үҙәге директоры Наталья Никольская ҡул ҡуйҙы. Уҙаҡташтар составына Свердловск, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Коми Республикаһы инде.

Килешеү төрлө яҡлы, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә, «Ҙур Урал» бренды аҫтында туристик ресурстарҙы бергәләп алға этәреүгә һәм эске туризмды үҫтереүҙә уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән.

— Был килешеү төбәк-ара хеҙмәттәшлекте яҡшыртыуға, Уралда төбәк-ара маршруттарҙы үҫтереүгә һәм Башҡортостан Республикаһына туристар ағымын арттырырға булышлыҡ итәсәк, — тип ҡул ҡуйған документҡа комментарий бирҙе Наталья Никольская.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть