9 декабрь, Йома

04 апрель 2014 йыл, 16:51

Башҡортостанда ипотека кредитлау күләме 2013 йылдың ғинуар-февраленә ҡарата 27,8 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Ғинуар-февралдә банктар Башҡортостан халҡына 4 406,3 миллион һумлыҡ 3312 ипотека кредиты биргән. Бирелгән ипотека займдарының дөйөм күләме, 2013 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырмаса, 27,8 процентҡа артҡан, тиелә республика Милли банкының статистика материалдарында.

Йыл башынан алып Башҡортостанда ипотека буйынса бурыс 3,7 процентҡа – 58 666,9 миллион һумға тиклем артҡан. Срогында түләнмәгән бурыстың өлөшө – 0,8 процент самаһы, йәғни 457,2 миллион һум.

Республикала һумлы ипотека кредиттары буйынса уртаса ставка ғинуар-февралдә йылына 12,4 процент тәшкил итте. Кредитлауҙың уртаса үлсәнгән срогы – 15 йыл самаһы.

Ике ай эсендә ипотека кредиттары биреү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Татарстандан (5 621,3 миллион һум) һәм Һамар өлкәһенән (4 603,4 миллион) һуң өсөнсө урында тора.