9 декабрь, Йома

04 апрель 2014 йыл, 16:05

Өфөлә Йәш журналистар мәктәбе асылды

автор: Оксана Гаврилова, Әлим Фәйезов

Ошо көндәрҙә Өфөлә БР Йәш журналистар мәктәбенең беренсе дәресе уҙҙы. Журналист булырға теләүселәр бик күп булды, әммә етди һынауҙы тик 80 кеше үтте, тип билдәләне проект етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ағзаһы Елена Арямнова.

Йәш журналистар мәктәбе асылыу менән ике проект старт ала: «Ҡалабыҙҙың геройҙары» һәм «Спорт геройҙары», уларҙың сиктәрендә уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен яҙасаҡ. Буласаҡ журналистарға ҡабаттан донъяны асырға, күп ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс нәмәләр белергә, киң мәғлүмәт саралары уҡыусыларын бөйөк эштәргә үҙ миҫалы менән илһамландыра алырлыҡ кешеләр менән таныштырырға тура киләсәк. Беҙҙең эргәлә йәшәгәндәр, көнүҙәк тормошта бик һиҙелерлек булмаһа ла, әммә ҙур потенциалға эйә һәм ихтирамға лайыҡ эштәр башҡарған кешеләр тураһында һөйләргә.

Уҡыусылар Рәсәй дәүләт социаль университетының иркен залында йыйылды, уҡытыу программаһы буйынса фекер алышты, һәр ҡатнашыусы ни өсөн журналистиканың кәрәклеген һәм ул дөрөҫ юлмы икәнлеген аңларға тырышты, проект етәксеһе Елена Арямнова менән танышты, ул үҙенең нисек журналист булып китеүе тураһында һөйләне.

«Йәш кешеләргә профориентация менән билдәләнергә һәм ысынлап та был һөнәр менән шөғөлләнергә кәрәкме икенлеген аңларға ярҙам итеү генә мөһим түгел. Буласаҡ журналистарға эшкә етди мөнәсәбәт тәрбиәләү, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә ятҡан гражданлыҡ яуаплылығын аңларға ярҙам итеү мөһим, — тип һөйләне Елена Арямнова. — Минең махсус журналистика белемем юҡ, шунлыҡтан, үҙен журналистикаға бағышларға теләгән кешеләрҙә ниндәй ауырлыҡтар килеп тыуыуын беләм, айырыуса, кем журналист булырға теләп тә, нимәнән башларға белмәгәндәргә ярҙам кәрәклеген аңлайым».

Шуның менән беренсе дәрес тамамланманы. Уҡыусыларға шәхси һәм һөнәри үҫеш мәсьәләләре буйынса консультант Людмила Васильева етәкселегендәге тренингты үтергә кәрәк булды. Ул буласаҡ профессионалдарҙы маҡсат ҡуйырға өйрәтте, уларға нисек өлгәшеү тураһында һөйләне, һәм барыһына ла «беҙҙең тормош үҙебеҙҙең ҡулдарҙа» икәнлеген аңлатты.

Йәш журналистар мәктәбендә тәүге дәрес дөйөм фотоға төшөү һәм мәктәп ойоштороусыларына ҡарата рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды.