11 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2014 йыл, 15:30

Республика Йортонда Башҡортостан халҡына дәүләт наградалары тапшырылды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Йома, 4 апрелдә, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов БР дәүләт наградаларын республиканың 37 кешеһенә тапшырҙы.

— Бөгөн был залға республиканың иҡтисад, социаль өлкә, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт секторынан кешеләр йыйылған. Һеҙ төрлө тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ, әммә, һис шикһеҙ, һеҙҙең уртаҡ нәмәләрегеҙ бар. Һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, бурыс хистәре, ватансылыҡ берләштерә. Һеҙ көн һайын башҡарған әүҙем хеҙмәтегеҙ менән республика һәм илдең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте тантанала ҡатнашыусыларға Сергей Молчанов. — Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса төп күрһәткестәр буйынса, шул иҫәптән кешеләрҙең етеш тормошонда үҫеш буйынса, яҡшы һөҙөмтәләр өлгәшелгән. Улар алданғы йылдарға ҡарағанда яҡшыраҡ һәм күпкә ил буйынса уртаса күрһәткестәрҙе уҙған. Башҡортостандың төп байлығы – ул һеҙ. Талантлы, намыҫлы профессионалдар. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең тырышлыҡтарына һәм уңыштары күрә бөгөн Бөшҡортостан – уңышлы төбәктәрҙең береһе. Бер төркөм күрһәткестәр буйынса – Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында лидер.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән Сергей Молчанов республика һәм ил үҫешенә өлөш индергәндәре өсөн бөтәһенә лә рәхмәт әйтте.

Өфө полицияһы хеҙмәткәре Камил Әхмәтйәнов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Ағымдағы йылдың ғинуарында 35 йәшлек полиция хеҙмәткәре, хеҙмәткә китеп барғанда, Дим районындағы йорттарҙың береһендә ут күреп ҡала. Ул янып торған йорттан дүрт кешене, шул иҫәптән өс йәшлек баланы, ҡотҡара.

— Йәмғиәтебеҙҙә эргәлә йәшәгәндәрҙең яҙмышына битараф ҡалмаған кешеләрҙең күп булыуы, ауыр, киҫкен минутта ярҙамға килергә әҙер булыуҙары ҡыуандыра, — тип билдәләне Сергей Молчанов, награданы тапшырып.

Салауат Юлаев ордены шулай уҡ башҡорт шағиры һәм яҙыусы Ирек Кинйәбулатовҡа һәм З.Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының сәнғәт теорияһы һәм кафедраһы профессоры Суфия Кусимоваға тапшырылды.

18 кеше БР Почет грамотаһы менән бүләкләнде, тағы ла 16 эшмәкәр почетлы исемдәргә лайыҡ.