8 декабрь, Кесе йома

04 апрель 2014 йыл, 14:17

Төбәк иҡтисадына кредит һалыуҙар күләме 2013 йылдың мартынан алып 22,2 процентҡа үҫкән

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан иҡтисадына кредит һалыуҙарҙың ҡалған өлөшө 1 мартҡа 567 163,4 миллион һум тәшкил итә, йәғни былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда 22,2 процентҡа күберәк. 2014 йылдың мартынан алып 2 процентҡа үҫкән, тиелә республика Милли банктың статистика мәғлүмәттәрендә.

Иҡтисадҡа кредит һалыуҙарҙың дөйөм күләмендә 54,3 проценты юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға тура килә, 45,7 проценты – физик шәхестәргә. Шул уҡ ваҡытта юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға кредит биреү буйынса бурыс бер йылда 12,3 процентҡа – 308 034,9 миллион һумға тиклем үҫкән, физик шәхестәргә кредит буйынса – шунда уҡ 36,5 процентҡа, 259 128,4 миллион һумға тиклем. Ваҡытынан уҙған бурыс тейешенсә 6238,6 (27,2 процентҡа кәмегән) һәм 11642,6 (61 процентҡа артҡан) миллион һум тәшкил итте.