Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡорт медуниверситеты клиникаһында эндоскопия тикшеренеүҙең яңы алымдарын өйрәнәләр

Йәмғиәт

3 апрелдә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы базаһында «Эндоскопияла заманса технологиялар» оҫталыҡ-класы уҙҙы. Сарала бөтә республиканан хирургтар, онкологтар, эндоскопсылар, ультратауыш диагностика белгестәре, колопроктологтар, эндокринологтар ҡатнашты.

Мәскәүҙән ҡунаҡ, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау Министрлығының Дауаланыу-реабилитация үҙәге табибы-эндосонографсыһы Татьяна Силина БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эндоскопсыһы Шамил Зарипов менән бергә эндоскопия тауышлы ҡорамал ярҙамы менән аш һеңдереү системаһында шеште асыҡлау буйынса күрһәтмә диагностика уҙғарҙылар. Быға оҡшаш тикшеренеүҙәр республикала йыл дауамында медицина практикаһына индереләсәк, тип аңлаттылар БДМУ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

— Был тикшеренеү эндоскопия һәм тауышлы диагностика үҫешендә яңы этапты күрһәтә, — тип билдәләне медуниверситеттың дауалау эше буйынса проректоры Мәжит Нартайлаков.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть