10 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2014 йыл, 11:12

Республика Ҡырымдың Белогорск районына шефлыҡ итеүҙе аласаҡ

«Башинформ»

Рәсәй Хөкүмәте Төбәктәр үҫеше министрлығы әҙерләгән Ҡырым Республикаһының 14 районын һәм бер ҡалаһын, шулай уҡ  федераль әһәмиттәге Севастополь ҡалаһын илдең 16 субъектына беркетеү схемаһын раҫланы, уға ярашлы уларҙың юғары вазифалы кешеләренә коммуналь хужалыҡ һәм социаль өлкә объекттары тейешенсә эшләүҙе тәьмин итеүҙә методик һәм матди ярҙам күрһәтергә ҡушылды.

Бүлеүгә ярашлы Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районына яуаплы буласаҡ.

Төбәктәр үҫеше министрлығының башлығы Игорь Слюняев билдәләүенсә, «уҙаҡташтар сифатында эшмәкәрлекте ҡануни тәьмин итеү (күсеү дәүере, беренсе сираттағы ҡануниәт, тармаҡ закондары һәм өҫтәмә закондар акттары) өлөшөндә эштең бөтә төп өс йүнәлеше буйынса Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәттәге Севастополь ҡалаһының норматив-хоҡуҡи базаһын формалаштырыуға Төбәктәр үҫеше министрлығы әҙерләгән «юл картаһын» тормошҡа ашырыу өсөн иң яҡшы дәүләт һәм муниципаль идара итеү практикаһына эйә булған субъекттар тәҡдим ителде. Шулай уҡ хеҙмәттәшлек, иң яҡшы төбәк һәм муниципаль практикаларға таянып, тиҙ ваҡыт эсендә Рәсәй Федерацияһының яңы субъекттарына муниципаль һәм төбәк идара итеүҙең моделле акттары йыйылмаһын бирергә ярҙам итәсәк», — тине төбәктәр үҫеше министры.

30 апрелдән алып субъекттар ай һайын Ҡырым эштәре буйынса Рәсәй министрлығына был йөкләмәне үтәү барышы тураһында мәғлүмәт йүнәлтәсәк.