3 декабрь, Шәмбе

04 апрель 2014 йыл, 10:08

Башҡортостан Ҡырым Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра

автор: "Башинформ" | фото: Ҡырым хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте

Ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Симферополгә килеп етте. Шул уҡ көндө делегацияның Ҡырым Республикаһы премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Темирғәлиев менән осрашыуы уҙҙы, тип хәбәр иттеләр Ҡырым хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Осрашыу Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советында уҙҙы. Хөкүмәт делегацияһы составына министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, бизнесмендар инде.

Рөстәм Темирғәлиев ике республика араһында мөнәсәбәттәр үҫешенең мөһимлеген билдәләне.

«Хөрмәтле ҡунаҡтарҙы Ҡырым ерендә сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Был осрашыу Ҡырым Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһында яҡшы мөнсәбәттәргә нигеҙ һалыр, тип ышанам, — тине Рөстәм Темирғәлиев. — Заманса Рәсәйгә тиҙерәк интеграцияланыу өсөн Башҡортостандан үҙебеҙгә кәрәкле тәжрибә һәм оҫталыҡ үҙләштерә алырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ».

Рәүф Ноғоманов үҙ сиратында, ике көнлөк сәфәр барышында Башҡортостан делегацияһының ағзалары Ҡырымдың бер нисә предприятиеһында булырға ниәтләнә, тип билдәләне. Сәфәрҙең маҡсаты – Ҡырым делегацияһының Башҡортостанға яуаплы сәфәре барышында ике төбәктең иҡтисади хеҙмәттәшлек өлкәһендә ысын эштәре башланһын өсөн, шунда уҡ хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәре тураһында килешеү.