2 декабрь, Йома

04 апрель 2014 йыл, 9:16

11-12 апрелдә Башҡортостандың һалым инспекциялары Асыҡ ишектәр көндәрен уҙғара

автор: Эльвира Латипова

11-12 апрелдә Башҡортостандың һалым органдарында йыл һайын уҙғарыла торған акция – Асыҡ ишектәр көнө, граждандарҙың 2013 йылда алынған табыштарына декларация тултырыу буйынса уҙасаҡ. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, акцияның маҡсаты һалым түләүселәргә табышҡа декларация тултырыу буйынса методик һәм практик ярҙам күрһәтеү булып тора.

Килеүселәргә һалым хеҙмәте белгестәренән консультация алырға, 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырырға һәм бирергә мөмкин буласаҡ. Йома, 11 апрелдә, һалым инспекциялары һалым түләүселәрҙе 20 сәғәткә тиклем, шәмбе 15 сәғәткә тиклем ҡабул итәсәк.

Быға оҡшаш акцияны һалым хеҙмәте мартта уҙғарғайны. Ике көн эсендә һалым инспекцияһына 12 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Уларҙы 518 һалым органы хеҙмәткәре хеҙмәтләндерҙе.

2014 йылдың декларация кампанияһы 30 апрелдә тамамланасаҡ.