7 декабрь, Шаршамбы

03 апрель 2014 йыл, 18:06

Ауыл хужалығы техникаһының 90 проценттан ашыуы яҙғы-баҫыу эштәренә әҙер

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда алдағы яҙғы-баҫыу эштәренә 14,9 мең тиерлек, йәғни 93 процент, трактор әҙер. Сәсеү машиналарының техник әҙерлеге бар булғандан 95 процентҡа етә, культиваторҙарҙың – 96, дискалы тырмалар һәм лущильниктарҙың – 95.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хужалыҡтарҙа хәҙер яғыулыҡ-майлау материалдарын туплау бара, техникаларҙы тикшереү башланған. Март аҙағына эшкә рәсми рөхсәтте 3,1 меңдән ашыу трактор алған, йәғни теркәлдәндәрҙең 23 проценты. Хужалыҡтар араһында үҙ-ара тикшереүҙәр, яңы ауыл хужалығы техникаһын, запас частарҙы килтереү бара, шулай уҡ сәсеү агрегаттарын профессионал кадрҙар менән комплектлаштырыу буйынса мәсьәләләр хәл ителә.

Яҙғы-баҫыу эштәре-2014-тә тупраҡты әҙерләү менән 10,3 меңдән ашыу трактор агрегаты шөғөлләнәсәк. 4,5 мең агрегат ауыл хужалығы культураларын сәсеү менән мәшғүл буласаҡ. Уларҙың 3,3 меңе – иген һән ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү менән.

Эксперттар фекеренсә, республикала бар булған трактор агрегаттары тейешле әҙерлектә һәм рациональ файҙаланыуҙа дымды ҡаплау буйынса эштәрҙе оптималь агротехник сроктарҙа тамамларға мөмкин буласаҡ.