8 декабрь, Кесе йома

03 апрель 2014 йыл, 17:32

Яҙғы сәсеү өсөн Башҡортостан аграрийҙары 96 процент орлоҡ әҙерләгән

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан аграрийҙары алдағы яҙғы сәсеү өсөн бөгөнгө көнгә 284,7 мең тонна самаһы яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары әҙерләнгән, йәғни билдәләнгәндең 96 проценты.

Был бурысты тулыһынса республиканың 38 районы үтәгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың туғыҙында: Әлшәй, Архангель, Ауырғазы, Бишбүләк, Дәүләкән, Илеш, Мәсетле, Салауат һәм Саҡмағош райондарында – орлоҡтар әҙерләү буйынса план арттырып үтәлгән. 60 процентҡа – ҙур запас менән Саҡмағош районы ауыл хужалығы предприятиелары (15,9 мең тоннаға күберәк) әҙерләгән, 39 процентҡа – Илеш районы хужалыҡтары (11,8 мең тоннаға күберәк).

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлегә һалынған орлоҡтарҙың 93 проценты тикшерелгән, йәғни 274 мең тоннаһы. Уларҙың 95 проценты кондицияға ярашлы килеп сыҡҡан, йәғни 260 мең тоннанан күберәге. 22 район хужалыҡтарында орлоҡ тулыһынса кондицияға ярашлы тип табылған.