Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Ecolab Америка компанияһы менән хеҙмәттәшлек варианттары тикшерелде

Иҡтисад

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында бөгөн, Башҡортостан менән малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ветеринария, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтенең бер төркөм йүнәлеше буйынса хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген белдереүсе, Ecolab Америка компанияһы вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа республикала был компанияның бер нисә продуктын тест буйынса һынау, бушлай семинарҙар үткәреү килешелде. Тап ниндәй семинарҙар үткәреүҙәре тураһында Ecolab тәҡдимдәр пакетын ентекле өйрәнеүҙән һуң билдәле буласаҡ.

«Ecolab» Америка компанияһы баҙарҙа 90 йылдан ашыу. Етештереүҙең бөтә тармаҡтарында ла, шул иҫәптән ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтендә профессиональ гигиена өлкәһендә махсуслаша. Аҙыҡ-түлек етештереүҙә, һаулыҡ һаҡлау, энергетика, сәнәғәт производствоһы һәм ҡунаҡхана бизнесы производствоһы индустрияһында комплекслы программалар һәм хеҙмәттәр тәҡдим итә. Рәсәйҙә Ecolab сирек быуат самаһы эшләй. Башҡортостанда Америка компанияһын «Налко-Элемент» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте тәҡдим итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть