Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

2014 йылда Башҡортостандың 80 күргәҙмә һәм конгреста ҡатнашыуы планлаштырылған

Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2014 йылға республиканың күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс саралары планы раҫланды. Улар дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр һатып алыу өлкәһендә контракт системаһы тураһында ҡануниәт ҡағиҙәләрен иҫәпкә алыу менән төбәк бюджеты иҫәбенә финансланасаҡ.

Республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә 80 күргәҙмә ойоштороу һәм үткәреү күҙ уңында тотола.

Күргәҙмә-йәрминкә эшмәкәрлеген ойоштороусыларға сараларҙы үткәреү урынын сифаттың юғары стандарттарына ярашлы һайларға тәҡдим ителде.

Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде, тип хәбәр ителә БР рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть