Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

БР хеҙмәт министры урынбаҫары Мишкә һәм Ҡариҙел райондарында граждандарҙы ҡабул итәсәк

Йәмғиәт

4 апрелдә Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Николай Солодовников Мишкә, артабан Ҡариҙел райондарында күсмә граждандарҙы ҡабул итеү ойошторасаҡ.

Ҡабул итеүҙә һәр саҡтағыса халыҡты социаль хеҙмәтләндереүгә, балалы ғаиләләргә һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүгә, инвалидтарҙы реабилитациялау техник саралары менән тәьмин итеүгә, халыҡ мәшғүллегенә, хеҙмәт мөнәсәбәттәренә, шулай уҡ эш хаҡын түләүгә һәм йәшәү кимәленә ҡағылған мәсәьәләләр ҡараласаҡ.

Көндөң тәүге яртыһында граждандарҙы ҡабул итеү Мишкә районы хакимиәтендә, киләһе адрес буйынса, ойоштороласаҡ: Мишкә ауылы, Ленин урамы, 89. Алдан яҙылыу өсөн телефондар: (34749) 2-18-01, 2-20-36.

Көндөң икенсе яртыһында, 15 сәғәттән алып, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ҡариҙел районы халҡының һорауҙарына яуап бирәсәк.

Граждандарҙы ҡабул итеү Ҡариҙел айылы, Ленин урамы, 24 адресы буйынса урындағы хакимиәт бинаһында үткәреләсәк. Алдан яҙылыу өсөн телефон: (34744) 2-12-88.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть