11 декабрь, Йәкшәмбе

03 апрель 2014 йыл, 16:09

Туймазыла шағир һәм публицист Муса Сиражиҙы ҡотланылар

автор: Әлим Фәйезов

Үткән көндәрҙә Туймазы дәүләт татар драма театрында билдәле шағир, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты, йәмәғәт эшмәкәре, сығышы менән Туймазы районы кешеһе Муса Сиражиҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған тантана уҙҙы.

Муса Сиражиҙың әҙәби әҫәрҙәре киң, ысынында бөтә халыҡ танылыуын яулаған, Ватан әҙәбиәтенең ысын байлығына әйләнгән. Үҙ ижадында ул тере, иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырған. Иң тәьҫирле шиғри юлдарын тыуған Туймазы районына бағышлаған.

Юбилярға ҡарата йылы һүҙҙәр һәм ҡотлауҙар яңғыраны. Беренселәрҙән булып Муса Сиражиҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов ҡотлап, туймазылар үҙ яҡташының ижадын ярата һәм хөрмәт итә, тип билдәләне. Үҫеп килгән быуын өсөн Муса Сиражи әхлаҡи ориентир, Ватанға ҡарата тоғролоҡтоң һәм һөйөүҙең сағыу миҫалы булып тора, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтенән.

темалар: юбилейҙар