Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Ҡырымға китте

Сәйәсәт

3 апрелдә Башҡортостан делегацияһының Ҡырым Республикаһында сәфәре башланды. Делегацияны республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов етәкләй.

Хөкүмәт делегацияһы составына министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре, бизнесмендар инә. Ике көнлөк эш сәфәре барышында Ҡырым Министрҙар Советында осрашыуҙар планлаштырылған, унда ике Рәсәй республикаһы араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республикала  Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йыйыу ойошторолғайны. 2 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, төбәк предприятиелары һәм халҡы был иҫәпкә 13 миллион 800 мең һумдан ашыу аҡса күсергән. Аҡса йыйыу дауам ителә.

24 мартта Башҡортостандан Ҡырымға дөйөм 75 тонна йөк менән дүрт фура составында гуманитар йөк менән автоҡарауан оҙатылғайны. Гуманитар миссия 2,5 мең километр оҙонлоҡта юлды уңышлы үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть