7 декабрь, Шаршамбы

03 апрель 2014 йыл, 12:55

Аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау программаһында ҡатнашыуға 400-ләп ғариза бирелгән

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

2 апрелгә ҡарата аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау программаһында ҡатнашыуға 385 кеше теләк белдергән, тип хәбәр итә Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идара итеүсеһе Сергей Попов «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында. Унда шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов ҡатнашты.

1 апрелдән алып Башҡортостанда аҡса туплау системаһын ҡулланып, торлаҡ төҙөлөшөн финанслау программаһы эшләй башланы. Система эшенең асылы – ипотека-йыйыу механизмын ҡулланыу, ул торлаҡты ике этапта һатып алыуҙы ҡарай: йыйыу һәм кредит биреү.

Иң тәүҙә ҡатнашыусы аҡсаны махсус иҫәптә йыя, дәүләт вкладты ай һайын 30 процентҡа арттыра. Минималь айлыҡ түләү – өс мең һум, юғары сиге билдәләнмәгән. Әммә, премия түләнәсәк, максималь түләү 10 мең һум менән сикләнгән, был осраҡта дәүләт вкладты йылына 36 мең һумға арттырасаҡ. 2014 йылда премиялар түләүгә республика бюджетында 50 миллион һум ҡаралған.

2014 йылда программала, торлаҡта мохтажлыҡ дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, һәр теләүсе ҡатанаша ала. 2015 йылдан программаға Башҡортостандың һәр теләүсеһе инә ала, әммә бюджеттан премияны тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар ғына аласаҡ.

Бюджет премияһынан тыш, вклад срогы тамамланғандан һуң программала ҡатнашыусы ташламалы ставка –  6-7 процент буйынса 4,5 йылдан алып 9 йылға тиклем срокка – ипотека кредитын рәсмиләштерә ала. Биреләсәк кредит күләме вклад күләменән тора, ул йыйылған аҡсалар суммаһынан күберәк булмаҫҡа тейеш. Заемға алған аҡсаларҙың максималь суммаһы – 1,5 миллион һум.

Программаның операторы «Рәсәй һаҡлыҡ банкы», ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан территорияһында теләгән бер бүлексәлә бирергә була. Артабан банк-партнерҙар иҫәбе артасаҡ.