10 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2014 йыл, 10:39

Башҡортостан халҡының хаттары Севастополгә килтерелде

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Ошо көндәрҙә кис Өфөгә Ҡырымға гуманитар экспедиция ҡатнашыусылары ҡайтты. Ул Дуҫлыҡ монументы алдындағы майҙандан 24 мартта старт алғайны. 75 тонна йөк менән дүрт фура составында автоҡарауан Симферополгә тиклем 2,5 мең километр юл үтте. Журналистар, БР Хөкүмәтенең яуаплы хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттә экспедиция ҡатнашыусылары составында шулай уҡ «Башинформ» агентлығы фотохәбәрсеһе Олег Яровиков булды. Автомобилдәр колоннаһы нисек Керчь боғаҙына барып еткәне, нисек уның аша үтеүе, Симферополдә йөктө нисек бушатыуҙары тураһында беҙ алдағы мәҡәләләрҙә һөйләгәйнек.

Севастополдә Башҡортостан Республикаһының гуманитар миссия ҡатнашыусылары төбәк халҡынан хаттарҙы тура ҡала урамдарында таратты.

Хаттарҙы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, ябай уҙып барыусылар, йәштәр алды. Хаттарҙың береһе, Иеромонах Дорифей, Нефтекама һәм Бөрө епархияһы клиригы яҙған хат, отец Георгий, Севастополдең Свято-Никольск сиркәүенең легендар өлкән священнигына тапшырылды.

— Мин бөтә Рәсәй һәм Башҡортостан халҡына күрһәтелгән ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтәм. Беҙ тарихи дәүерҙә, халыҡтарҙың берләшеү осоронда, беҙҙең ерҙәрҙе бер тотошҡа йыйған ваҡытта йәшәйбеҙ, — тип белдерҙе яуап телмәрендә отец Георгий.

Йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре республика халҡына ҡарата Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан да яңғыраны:

— Һеҙгә ҙур рәхмәт! Беҙ мотлаҡ рәүештә өфөлөләргә яуап хаттарын яҙасаҡбыҙ, әммә, кем һеҙҙе уҡый һәм ҡарай уларға, барыһына ла рәсәйлеләрҙе Ҡырымға, Севастополгә ҡунаҡҡа саҡырыуыбыҙ тураһында әйтегеҙ. Мотлаҡ килегеҙ!

«Беҙ — бергә» акцияһы, уның сиктәрендә өфөлөләр Ҡырым халҡына ике йөҙҙән ашыу хат ебәрҙе, Бөтә Рәсәй халыҡ фондының төбәк бүлексәһе менән ойошторолдо.

Ҡырымдың бер нисә кешеһе республика делегацияһының ярымутрауҙа булыу ваҡыты эсендә яуап хаттары яҙырға өлгөрҙө. Был хаттар Өфөлә һәм оҙаҡламай үҙенең адресаттарына тапшырыласаҡ.