10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2014 йыл, 17:39

Шаран районында ҡатын-ҡыҙҙар советы башлыҡтары араһында ярыш уҙғарҙылар

автор: Әлим Фәйезов

Шаран районында, Мәҙәниәт йылына арналған, «Мисс ҡатын-ҡыҙҙар советы-2014» конкурсы уҙҙы. Унда төрлө ауыл биләмәләренән 12 дәғүәсе ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар иң яҡшы исеменә өс этапта көрәш алып барҙы. «Визитка» конкурсында һәр ҡатын үҙ резюмеһын үҙенсәлекле һәм сағыу итеп тәҡдим итте. Ижади конкурста урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы вәкилдәре үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтте. Мичуринск Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә популяр йырҙар, күңел түренән сыҡҡан шиғырҙар яңғыраны.

«Дефиле» конкурсы ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте активистарының нисек моданы аңлауҙарын, үҙҙәренең имиджын нисек эшләй белеүҙәрен, сәхнәлә үҙҙәрен тота һәм матур атлай, аудитория менән аралашыу һәләттәрен асыҡланы.

Жюри фекеренсә, бөтәһенән дә ышанысылараҡ Мичуринск ауыл советы вәкиле, урындағы Мәҙәниәт йорто директоры Ләйсән Әсмәндиәрова сығыш яһаны. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Гөлфиә Ғабдрафиҡова уға төп бүләкте тапшырҙы. Ҡалған конкурста ҡатнашыусылар Рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде, тип хәбәр итте Шаран районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Рәил Мусин.