3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2014 йыл, 17:08

Өфө районы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Вилорий Угаров тәғәйенләнде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Вилорий Угаровҡа йөкмәтелде. Ҡарар муниципаль район Советы ултырышында ҡабул ителде.

Әле эшләп килгән Өфө районы хакимиәте башлығы Михаил Даводовтың вәкәләте муниципаль хеҙмәт буйынса ваҡытынан алда пенсияға сығыу менән бәйле туҡтатылды. Михаил Давыдов бөтәһенә лә бергәләп уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе, Өфө районында ныҡлы, берләшкән белгестәр һәм фекерҙәштәр командаһы эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Вилорий Угаров депутат корпусына ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

— Өфө районын беләм. Мин районда йәшәйем, бында 13 йыл эшләнем, уларҙың тик етеһе генә – муниципалитет хакимиәтендә. Мәсьәләләрҙе беләм, уларҙы бөтә коллектив менән хәл итәсәкбеҙ.

Вилорий Угаров 1964 йылдың 13 октябрендә Өфөлә тыуған. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә программа менән идара итеү станоктарын көйләүсе булып башлай. Төрлө йылдарҙа баш бухгалтер, шул иҫәптән «Дмитриев» совхоз-заводында эшләй. 2000 йылдан алып 2004-кә тиклем Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2005-2007 йылдарҙа – Өфө районы хакимиәтенең иҡтисад һәм прогнозлау бүлеге начальнигы вазифаларын биләй. 2007-2014 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. 2014 йылдың мартынан алып әлегә тиклем – Өфө районы хакимиәте башлығының инвестициялар һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары.