8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2014 йыл, 16:11

Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә башланы

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы фән һәм техника өлкәһендә йәштәр премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итә башлауы тураһында иғлан итте.

Тапшырыу ваҡыты – 1 июлгә тиклем. Дәғүә итеүгә ғилми хеҙмәткәрҙәр, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, аспиранттар, докторанттар, шулай уҡ айырым да, авторҙар коллективы составында ла (5 кешегә тиклем) халыҡ хужалығы белгестәре күрһәтелә ала. Уларҙың йәше 35-тән үтмәҫкә тейеш. Дәүләт премияһына күрһәтелгән фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, дәүләт серенә ҡараған мәғлүмәттәрҙән тыш, матбуғатта донъя күрергә тейеш.

Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы БР иҡтисады, социаль өлкәһе һәм мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергәне, производствоға яңы ресурс һаҡлаусы һәм экологик яҡтан таҙа технологиялар, прогрессив материалдар, машиналар һәм яйланмалар әҙерләү һәм индереү өсөн бирелә.

Эштәр киләһе адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө, Ленин урамы, 10, 23-сө бүлмә, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының һәләтле йәштәргә һәм йәштәр инициативаларына ярҙам итеү бүлеге. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 218-03-08.

Премия республиканың фәнни ҡеүәтен үҫтереү һәм иң һәләтле йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында булдырылған. 2002 йылдан алып уның күләме 150 мең һумға тиклем артты. Премияны ике йылға бер тапҡыр тапшыралар. 12 йыл эсендә 20 йәш ғалим һәм 10 коллектив лауреаттар булды.

Дәүләт премиялары тураһында ҡағиҙә һәм документтарҙың исемлеге (формалары) БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының рәсми сайтында «Йәштәр сәйәсәте» бүлегендә урынлаштырылған.