3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2014 йыл, 14:40

Иршат Фахретдинов Дәүләт Думаһының Почет билдәһе менән бүләкләнде

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фахретдинов «Парламентаризм үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Дәүләт Думаһының Почет билдәһе менән бүләкләнде. Наградаға халыҡ тарафынан һайланған кеше оҙаҡ йылдар буйына уңышлы эше өсөн лайыҡ булды.

Иршат Фахретдинов 1965 йылдың 1 февралендә Ишембай районында тыуған. 1986 йылда М.В.Фрунзе исемендәге Омск юғары дөйөм ғәскәр команда училищеһын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (2002 йыл), Ҡораллы Көстәр Генераль штабының Хәрби академияһында яңынан әҙерләү һәм квалификацияны арттырыу факультетын (2009 йыл) тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты дәрәжәһе бар.

Афғанстанда, Чечняла, Абхазияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, әлеге ваҡытта запастағы полковник.

Иршат Фәхертдинов – бишенсе (2008-2011) һәм алтынсы (2008-2011) саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Дәүләт Думаһының Депутат этикаһы мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы булып тора.

Ул Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ҡатнашыусыларs менән эшкә ҙур иғтибар бүлә. Депутат даими рәүештә Өфөлә Дмитрий Медведевтың төбәк Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашыуҙар үткәрә, төрлө хәрби конфликттарҙы Иҫкә алыу көндәрендә әүҙем ҡатнаша.