8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2014 йыл, 12:14

2 апрелдән алып самолеттарҙа ҡул йөгөндә шыйыҡса йөрөтөү рөхсәт ителә

автор: Розалия Вәлиева

Рәсәй авиацияһы 2 апрелдән алып ҡул йөгөндә шыйыҡса йөрөтөүгә сикләүҙе бөтөрҙө.

Хәҙер пассажирҙарға үҙҙәре менән бортҡа 100 миллиграмдан күп булмаған һыйышлыҡтарҙа шыйыҡса алырға рөхсәт ителә. Бынан тыш, ҡул йөгөндә Duty Free һатып алынған һәм пластик пакетҡа төрөлгән, асылмаған һыйышлыҡтар йөрөтөргә була, тип хәбәр итә «Өфө» Халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа судноларында шыйыҡса йөрөтөүгә тыйыу 2014 йылдың ғинуарында индерелгәйне. Пассажирҙар бөтә шыйыҡсаларҙы ла, шул иҫәптән биҙәнеү әйберҙәре, медикаменттар, аэрозолдәр, шыйыҡсалар һәм гелдәрҙе багажға тапшыра ине. Дарыуҙарҙы авиация хәүефһеҙлеге белгестәре тикшергәндән һуң ғына бортҡа алырға яраны.